Акция 31 майға тиклем дауам итә. Уны Рус география йәмғиәте, "Янғантау" геопаркы һәм "Өфө" ҡоштары атласы" проекты ойоштора. Ҡатнашыу өсөн ҡоштарҙы видео, йә фотоға төшөрөп "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмдә урынлаштырырға кәрәк. Ойоштороусылар белдереүенсә, ошондай эш ҡоштар иҫәбен алырға ярҙам итә, шулай уҡ һирәк осраған ҡоштар асыҡлана.