Башҡортостан биатлонсылары - Рәсәй кубогы призерҙары

Вице-премьер-спорт министры Руслан Хәбибов белдереүенсә, ярыштар Златоуст ҡалаһында үтте. Беҙҙең республиканан Эдуард Латипов көмөш миҙал яуланы. Антон Бабиков бронзаға лайыҡ булды. - Беҙҙең спортсылар Рәсәйҙә иң яҡшылар рәтендә булыуын иҫбатланы, - тине Руслан Хәбибов.