Башҡортостан йәштәренең проекттарын ғәмәлгә ашырыуға ярҙам алыу мөмкинлеге бар

Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ  тәүге  грант конкурсы иғлан итте. Ул "Йәштәр һәм балалар" милли проекты буйынса ойошорола. Республика йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров белдереүенсә, 2025 йылда 119 проект 85 миллион һумлыҡ ярҙам алған.  Йәштәр проект офисына Һәр кем мөрәжәғәт итә ала. ғариза әҙерләү буйынса бушлай ярҙам күрһәтелә. Башҡортостан йәлеп ителгән гранттар буйынса алдынғы төбәктәр рәтендә.