Башҡортостанда “Ғаилә медосмотры” исемле акция ойошторола

  Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Татьяна Һәүбәнова белдереүенсә, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар һәм уларҙың ғаилә ағзалары сәләмәтлеген тикшертә ала. Был турала Йәмәғәт палатаһы үткәргән түңәрәк өҫтәл ултырышында белдерелде. Һөйләшеү күп балалы ғаилә образын танытыу һәм традицион ҡиммәттәрҙе һаҡлау темаһына арналды. Сарала Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау, Мәғариф министрлыҡтары вәкилдәре, күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт