Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы инвесторҙарға ошоно иҫәпкә алырға кәңәш итә. Был тема бөгөн хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә ҡаралды. Министр Азат Асҡаров белдереүенсә, 2025 йылда төҙөлгән объекттарҙың береһендә әсә һәм бала бүлмәһе бар, биш урында уйын майҙансыҡтары ойошторолған. - Юлдарҙа уңайлы инфраструктура төҙөү, ғаиләләр өсөн уңайлыҡтар әҙерләү буйынса эш дауам итәсәк, - тине Азат Асҡаров.