Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә 173-сө гуманитар ылау юлланды

Ике ҙур йөк машинаһында хәрби частарға автомобилдәр һәм мотоциклдар, генераторҙар, һыу, мобиль мунсалар, төҙөлөш материалдары, элемтә саралары, аҙыҡ-түлек, дарыу кәрәк-яраҡтары, шәхси гигиена әйберҙәре һәм ғаиләләрҙән посылкалар ҙа тултырылған. Гуманитар ярҙам республика халҡы һәм предприятиелары, шулай уҡ ете райондың эшҡыуарлыҡ даирәһе вәкилдәре ярҙамында тупланған.