Көйөргәҙе районы Иҫке Мораптал ауылында «Берҙәмлек байрамы» үтте

«Айыҡ ауыл» конкурсының республика этабында төбәк данын яҡлаған халыҡ уға бик етди әҙерләнгән.

Урындағы мәктәптә «Йәш фермер» проекты старт алған. Унда йәш быуын фермерлыҡ нигеҙҙәрен өйрәнә, «Киров» хужалығының эш тәжриәбе менән таныша. Был кооператив республикала иң эреләрҙең береһе, һәм урындағы халыҡтың күбеһе ошонда эшләй. Бынан тыш, ауылда тағы ла 4 ғаилә проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. «Берҙәмлек байрамы» үҙ хеҙмәте менән төбәк тормошон яҡшыртыуҙа тос өлөшө индергән активистарҙы хөрмәтләүҙән башланды. Үҙешмәкәр артистарҙың сағыу сығыштары сараға йәм өҫтәне.

Байрам халыҡ уйындары менән дауам итте. Ҡатнашыусылар мәргәнлектә һәм башҡа бәйгеләрҙә үҙ көсөн һынаны. Сана егелгән аттарҙа йөрөү һәр кемдең күңеленә хуш килде. Ойоштороусылар саф һауала ҡайнар сәй, һурпа һәм былау менән һыйланы. Сара һуңында усаҡ яғылды. Уның тирәләй ауыл халҡы дуҫлыҡ хороводаһында әйләнде.