Өфөнөң 208-се балалар баҡсаһында 8 Мартҡа арналған байрам концерты үтте

Яҡынлашып килгән Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан Өфөнөң 208-cе балалар баҡсаһында мөмкинлектәре сикләнгән балалар төркөмө мәҙәни программа менән сығыш яһаны. Әсәйҙәрҙе, тыуған илде данлаған йырҙар, шиғырҙар гүҙәл заттарға байрам кәйефе өҫтәне. Һөйләшеү һәләте буйынса ҡатмарлыҡ кисергән малай-ҡыҙҙар 8 Март байрамын яҡшы кәйеф, йыр-моң менән үткәрҙе.

Баш ҡаланың 208 -се мәктәпкәсә учреждениела 256 бала тәрбиәләнә. Мөмкинлектәре сикләнгән 48 малай-ҡыҙ өсөн махсус төркөмдәр ойошторолған. Улар менән тәрбиәләселәр, логопед, дефектолог, психолог һәм башҡа белгестәр шөғөлләнә, төрлө яҡлап үҫешергә ярҙам итә. Ете йәшкә тиклемге кескәйҙәр өсөн ижади түңәрәктәр, оҫталыҡ дәрестәре, спорт уйындары ойошторола. Махсус хәррби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың балаларына етди иғтибар бүленә.