Ауылда кинотеатр: «Башҡортостан киноһы көндәре» проекты старт алды

Ауылда кинотеатр. Республикала «Башҡортостан киноһы көндәре» тип исемләнгән яңы күләмле проект старт алды. Уның сиктәрендә заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған ауыл мәҙәниәт йорттарында урындағы режиссерҙарҙың фильмдары даими күрһәтеләсәк. Өҫтәүенә, классиканы бушлай ҡарарға мөмкин буласаҡ. Пилот проектты беренсе булып Баймаҡ районы ҡабул итте.

Яңы проект кино ҡарау мәҙәниәтен ҡайтанан тергеҙеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Идеяны тормошҡа ашырыу өсөн иң яҡшы һәм әһәмиәтле картиналар һайлап алынасаҡ. Тамашасыларҙы милли кинематографияға бала саҡтан өйрәтеү яҡшыраҡ һәм эште тап ауылдарҙан башлау мөһим, тип билдәләй проект авторҙары.