Баймаҡ ҡалаһының «Баһадир» физкультура-һауыҡтырыу комплексында Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзы кубогына бокс буйынса төбәк-ара турнир үтте. Спорт ярышы тренер, яугир-интернационалист Илдус Алғушаев һәм махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булғандар иҫтәлегенә арналды. Тулыраҡ беҙҙең ижади төркөм әҙерләгән яҙмала.
10-сы тапҡыр ойошторолған бокс буйынса турнирға Ырымбур, Силәбе өлкәһе, Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла райондары, Новогорск, Баймаҡ, Мәләүез ҡалаларынан 100-ҙән ашыу йәш спортсы йыйылды. Улар төрлө ауырлыҡ категорияларында сығыш яһаны.
Йәш спортсылар үҙҙәренең оҫталығын һәм рух көсөн күрһәтте. Шул уҡ ваҡытта яугир-интернационалист Илдус Алғушаевты һәм махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булғандарҙы хөрмәтләп иҫкә алды. Матур традицияға әүерелгән спорт сараһы йылда бик ойошҡанлы үтте.
Бокс-ысын батырҙар спорты. Ул ныҡлы холоҡ, ныҡышмаллыҡ, көслө рух тәрбиәләй. Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзы кубогына йыл һайын үткәрелеп килгән турнир йәш быуынға яҡташ геройҙар тураһында хәтерҙең әһәмиәтен аңларға һәм үҙ иленең киләсәге алдында яуаплылыҡты аңларға өйрәтә.