Радий Хәбиров Өфө-Стәрлетамаҡ юлында тәртип булдырырға ҡушты

«Биш саҡрым һайын-ҡараңғы.» Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфө-Стәрлетамаҡ юлында тәртип булдырырға ҡушты, төнгө осорҙа яҡтыртыу системаһы өлөшләтә генә тоҡандарыла. Юл өсөн яуаплы идаралыҡ менән министрлыҡҡа киҫкен мәсьәләне хәл итеү бурысы ҡуйылды. Шулай уҡ оператив кәңәшмәлә юл буйы сервисын үҫтереү, халыҡтың экологик мәҙәниәтен күтәреүгә йүнәлтелгән сараларға йомғаҡ яһалды. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Өфө-Стәрлетамаҡ юлына электр линиялары һуҙылған да бит, әммә бағаналарҙың күбеһе һүнек. Һөҙөмтәлә төндә автомобилдә хәрәкәт иткәндә, бер ни тиклем араны фара яҡтылығында ғына үтергә тура килә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров автоһәүәҫкәрҙәр тарафынан ялыуҙар ишетеүен билдәләп, киҫкен мәсьәләне хәл итеү бурысын ҡуйҙы. Трасса тулыһынса яҡтыртылырға тейеш.

Төбәктең транспорт һәм юл хужалығы министрлығы тарафынан баҡсасылыҡ ширҡәттәренә илткән юлдарҙы төҙөкләндереү мәсьәләһе лә контролгә алынасаҡ. Быйыл план буйынса 55 ширҡәт биләмәһендә ремонт эштәре көтөлә.

Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда юл буйы сервисында 173 яңы объект сафҡа индерелгән, 174-е төҙөкләндерелгән. Муниципалитеттар менән берлектә инвесторҙар йәлеп итеү буйынса эш дауам итә. Әлегә 70-тән ашыу башланғыс тәҡдим ителгән. Уларҙың 54-е өҫтөнлөклө проекттар иҫәбенә индерелгән. Тармаҡты үҫтереү туризм өлкәһе өсөн дә мөһим.

Былтыр Башҡортостанда йәшәүселәрҙең экологик мәҙәниәтен күтәреүгә йүнәлтелтелгән 20 меңдән ашыу сара уҙғарылған. Һыу ятҡылыҡтары ярҙарын таҙартыу, макулатура йыйыу, шәмбе өмәләрендә ҡатнашыу, экологик диктант яҙыу-һәр береһен халыҡ дәррәү күтәреп алған. Оператив кәңәшмәлә «Геосаҡырыу» Халыҡ-ара геология чемпионатының да әһәмиәте билдәләнде.

Экологик акцияларға халыҡты күпләп йәлеп итергә тырышабыҙ, һәр кем күңеленә ятҡан шөғөл таба ала. Йыл һайын был сараларҙа дүрт миллиондан ашыу кеше ҡатнаша, балалар ҙа, йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә әүҙемлек күрһәтә.

Нияз Фазылов, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры

Былтыр Башҡортостанда йәшәүсе 82 меңгә яҡын кеше «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы нормативтарын үтәгән. Спорт сараһында ҡатнашыусылар иҫәбе буйынса республика Волга буйы федераль округында өсөнсө, ил кимәлендә-11 урында. Граждандарҙы сәләмәт тормошҡа йәлеп итеүҙә төрлө алымдар ҡулланыла. Әйтәйек, ГТО нормативтарын уңышлы тапшырған өлкән быуын вәкилдәренә физкультура-һауыҡтырыу комплекстарында шөғөлләнеүгә ун мең һумлыҡ сертификат бирелә.

Йыл һайын ГТО нормативтарын тапшырыу өсөн яңы майҙансыҡтар сафҡа индерәбеҙ. Быйыл муниципалитеттарҙа ун биш объект төҙөлөшө ҡаралған. Республика көнөнә уларҙы асыу планлаштырыла. Спорт менән шөғөлләнеү өсөн заманса шарттар булдырылыуы мотлаҡ.

Руслан Хәбибов, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары-спорт министры

2027 йылда «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы буйынса төҙөкләндереләсәк йәмәғәт биләмәләре буйынса республика халҡынан тәҡдимдәр ҡабул ителә башланы. 26 мартҡа тиклем «Дәүләт хеҙмәттәре. Бергәләп хәл итәбеҙ» кире бәйләнеш платформаһы аша һәр кем үҙ фекерен ҡалдыра ала. Муниципалитет тарафынан раҫланған объекттар онлайн-тауыш биреү этабына үтә. Барлығы 152 объект һайлап алынырға тейеш.

Гөлназ Хәйбуллина