Көйөргәҙе районында ауыл хужалығы кооперативы үҫешә

Көйөргәҙе районының «Ватан» ауыл хужалығы кооперативы үҫеш юлында. Йылҡы тотоу, ит продукцияһын эшкәртеү йүнәлешендә махсуслашҡан хужалыҡта аттар һаны 500-гә тиклем еткән. Быйыл мал-тыуарҙы аҫрау өсөн яңы лапаҫтар төҙөлгән, етештерелгән ит продукцияһы ассортименты киңәйтелгән. Ҡеүәтле хужалыҡ киләһе йыл 35 йыллыҡ юбилейын билдәләргә әҙерләнә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.

«Ватан» хужалығында аҫралған аттар үҙҙәре теләгән ваҡытта ашап ял итә. Ит продукцияһын етештереү өсөн ҡаралған фермала мал-тыуар аҙыҡтан өҙөлмәй. Йылдам үҫешкән хужалыҡта башҡорт тоҡомло аттар өсөн аҙбар майҙаны киңәйтелгән. 500 баш малды ышыҡта тотоу өсөн ҡеүәтле лапаҫтар төҙөлгән.

Көйөргәҙе районында урынлашҡан «Ватан» ауыл хужалығы кооперативы 1990 йылда ойошторолған. Тәү башлап бер нисә аттан торған ферма бөгөнгө көнгә йылҡы итен эшкәртеүсе, ит продукцияһын етештереүсе ҙур предприятиеларҙың береһе һанала. Хужалыҡта эшкәртелгән иттән ҡаҙы, колбаса, быҡтырылған ит консервалары, деликатестар етештерелә. Цехтарҙа барлығы 50 төрлө ит продукцияһы әҙерләнә.

«Ватан» хужалығында етештерелгән продукция ҡулланыусылар араһында ҙур һорау менән файҙалана. Күмертау, Мәләүез ҡалаһындағы кибеттәрҙә тәҡдим ителгән тауарҙар сифаты менән айырылып тора. Киләһе йыл хужалыҡ 35 йыллыҡ юбилейын билдәләргә әҙерләнә.

Ф.Миһранова