Башҡортостанда 6 экология комплексы төҙөлә

Баймаҡ, Бәләбәй, Ишембай, Краснокама, Ҡыйғы  райондарында һәм Өфөлә ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү яйға һалына. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов белдереүенсә, уҙған йылда Бәләбәй районында сүп-сарҙы сорттарға бүлеү комплексы төҙөлдө. Баймаҡ районында полигондың беренсе өлөшө файҙаланыуға тапшырылды. Быйыл Ишембай районында органик  ҡалдыҡтар өсөн цех төҙөлөшөн тамамлау планлаштырыла. Йыл аҙағына тиклем республикала 14 сүплекте бөтөрөү маҡсаты ҡуйылған.