Уның ойоштороусыһы булып Рәсәй Президенты хакимиәте ярҙамында Бөтә Рәсәй урындағы үҙидараны үҫтереү ассоциацияһы сығыш яһай. Иң яҡшы башланғыстар өсөн халыҡ тауыш биреүе башланыуы тураһында социаль селтәрҙә Радий Хәбиров хәбәр итте.
Тауыш биреү Дәүләт хеҙмәттәре порталында 6 апрелгә тиклем бара. Быйыл юғары муниципаль награда өсөн Туймазы районынан Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр бүлеге белгесе Динара Ғәбдрәхимова, ошо уҡ райондың Ғафур ауыл советы депутаты Ринат Ғарифуллин, Өфө районы хакимиәте башлығы Николай Ельников, Өфөнөң «Йәдкәр» мәҙәниәт йорто директоры Валентина Урлапова, Стәрлетамаҡтың 1-се ҡала дауаханаһы баш табибы Илшат Яппаров көрәшә. Башҡортосан башлығы конкурсанттарға еңеү теләгән.