Михаил Мишустин Дәүләт Думаһында БДМУ-ның «Өҫтөнлөк-2030» программаһындағы ғилми эштәрен билдәләне

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин Дәүләт Думаһында «Өҫтөнлөк-2030» программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылған Башҡорт дәүләт медицина университетының ғилми эштәрен айырым билдәләп үтте. Һүҙ кеше организмына үҙ аллы төҙәлергә ярҙам иткән уникаль материалдар тураһында бара. Аллотрансплантология һәм уның медицинала ҡулланылышы тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.

Донорҙың һөйәк туҡымаһынан алынған аллотрансплантаттар йәрәхәтләнгән урынды дауалауҙа ҡулланыла. Бөтә төрлө таҙартыу үткәргәндән һуң ул махсус шыйыҡсала һаҡлана. Аллотрансплантология- донорҙың биотуҡымаһын алып эшкәртеп, таҙартып сирлене дауалауҙа ҡулланыу. Ябай һүҙҙәр менән әйткәндә, кеше тәнендә ул «ямау» ролен үтәй, ғәҙәттә, организм уны ҡабул итә, һөҙөмтәлә йәрәхәтләнгән, ялҡынһынған йә бешкән урын үҙен үҙе төҙөтә. Һауығыу процессы көсәйә.

Антиген компоненттарҙан таҙартылғандан һуң был бүлмәлә донор туҡымаһы химик шыйыҡсаға һалып һаҡлауға әҙерләнә. Дауалау сифаттарына эйә булһын өсөн һәр процесс дөрөҫ һәм теүәл үтәлергә тейеш.

Руслан Хәсәнов, Туҡымаларҙы консервациялау лабораторияһының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре

Әйтергә кәрәк, аллотрансплантология уҙған быуаттың 70-се йылдарында Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургияһы үҙәгендә офтальмология өлкәһендә яралһа, хәҙер был ысулды ҡулланыу даирәһе йылдан-йыл киңәйә. Аллоген трансплантаттарҙы файҙаланыу кардиохирургия, урология, гинекология, травматология һәм башҡа өлкәләрҙе үҙ эсенә ала.

Аллотрансплантология Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа үҫеш юлында. Башҡорт дәүләт медицина университетының «Өҫтөнлөк-2030» программаһында ҡатнашыуы был йүнәлеште тағы көсәйтергә булышлыҡ иткән. Был хаҡта ил кимәлендә лә билдәләнде.

Омнилин-Башҡорт дәүләт медицина университеты ғалимдары етештергән тағы ла бер уникаль биопрепарат. Донъя офтальмохирургияһында ул күптән билдәле. Республика ғалимдары иһә уның консервация технологияһын камиллаштырған. Бала ятҡылғы туҡымаларынан етештерерлгән биоперпарат күҙ мөгөҙсәһен дауалауҙа төбәктә ике йыл дауамында ҡулланылып килә.

Бала табыу йорттарынан килтерелгән биотуҡыманы эшкәртеп консервациялау процессы тулыһынса ошо лабораторияла башҡарыла. Күҙҙең ялҡынһынған мөгөҙсәһе, йә коньюктивит һымаҡ сирҙәрҙе был ысул менән дауалау яҡшы һөҙөмтә бирә.

Азат Хәлимов, Башҡорт дәүләт медицина университетының Өфө фәнни-тикшеренеүҙәр институты бүлеге мөдире

Университет ғалимдары киләсәктә нейрохирургияла үрмәксе ауын ҡулланырға ниәтләй. Был өлкәлә ғилми тикшеренеүҙәр һәм эксперименттар 2024 йылда асылған лабораторияла алып барыла. Ғалимдар төркөмө ағыулы үрмәкселәр ауын төрлө сәбәптән өҙөлгән нерв епсәләрен тоташтырыуҙа файҙаланыу юлдарын эҙләй. Фәнни асыш әле ҡомаҡтарҙа һынала.

Рәмилә Исмәғилева