Башҡортостандың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә «Минең Башҡортостан» фестивале үтте

Сараны Гүзәл Солтанова етәкселегендәге «Гөлдәр» бейеү коллективы ойошторҙо. Ансамблдә башҡорт мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынған кешеләр берләшкән. Улар үҙҙәре сәхнә костюмдары тегә, йолаларҙы өйрәнә, Мәскәүҙә үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Былтыр ғына ижади коллектив төрлө майҙансыҡтарҙа, шул иҫәптән хәрби госпиталдәрҙә 40-ҡа яҡын концерт менән сығыш яһаған.

«Минең Башҡортостан» фестивале яҡташтарҙан тыш, башҡорт мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы ла йыйҙы. Балалар һәм өлкәндәр өсөн милли биҙәүестәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте, шулай уҡ теләгән һәр кем милли аш-һыу һәм музыка ҡоралдары менән таныша алды. Байрамда «Тыуған яҡ төҫтәре» балалар һүрәттәре конкурсы еңеүселәре бүләкләнде.