«Туҡыманан йәнле ҡурсаҡтар». Илеш районы үҙәге Үрге Йәркәй ауылында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әнисә Саттарованың ижадына арналған шәхси күргәҙмә асылды. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев музейының күргәҙмә залындағы экспозиция хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.
Әнисә Ғәлим ҡыҙы Саттарова ҡурсаҡтар ижад итеүгә утыҙ өс йылдан ашыу китапханасы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡндан һуң, 2015 йылда тотона. «Ул ваҡытта йәйге селләлә тышта ниндәйҙер хужалыҡ эше менән булыу, баҡса тәрбиәләү бик ауыр ине» тип хәтерләй ижадсы. Ҡайнар ҡояштан өйҙә йәшенеп тик ултырмаҫ өсөн, ҡулына «Башҡорт милли кейеме» тигән китап ала. Һуңынан ғалим-этнографтарҙың эштәрен өйрәнә, ауылдар буйлап экспедицияларға йөрөй. Мәҙәни һәм этнографик багаж туплағандан һуң ғына башҡаларҙы ҡабатламаған, милли колоритлы ысын сәнғәт әҫәрҙәрен ижад итә башлай.
Илеш батырға арналған серия ла үҙенсәлекле. Ырыуға нигеҙ һалған ир-уҙаманды рәссам ғаиләһен, ырыуҙаштарын әйҙәүсе олпат һәм аҡыллы ир-уҙаман булараҡ сағылдырған.
«Урал Батыр» эпосы геройҙарын туҡымала һәм буҫтауҙа кәүҙәләндерер алдынан оҫта эпос менән танышҡан. Был ҡурсаҡтар ярҙамында башҡорт халҡының мәҙәни кодын төплө өйрәнергә мөмкин.
Таныш әкиәт геройҙары коллекцияһы ла үҙенсәлекле. Балалар психологияһын яҡшы белеүсе рәссам геройҙарға сағыу төҫтәге кейемдәр теккән. Бала саҡтан һәр кемгә таныш һәм ҡәҙерле геройҙар өлкәндәргә лә, балаларға ла, шатлыҡ бүләк итә.
Әнисә Ғәлим ҡыҙы биҙәү-ҡулланма сәнғәтендәге ҡаҙаныштары өсөн күп төрлө бүләктәр һәм дипломдарға лайыҡ. Башҡорт милли кейемдәрендәге ҡурсаҡтар төрлөлөгө һәм матурлығы менән тамашасыны таң ҡалдыра. Авторҙың тәүге шәхси күргәҙмәһенең башҡорт мәҙәниәтен һаҡлауҙа һәм популярлаштырыуҙағы роле баһалап бөткөһөҙ. Милли ҡурсаҡтар эшләү оҫтаһы үҙенең күптәнге хыялын тормошҡа ашырып, күргәҙмәгә килеүселәр менән башҡорт йолалары тарихы хаҡында белеме менән дә уртаҡлашты. Үҙенсәлекле күргәҙмә менән 1 апрелгә тиклем Илеш районы, Үрге Йәркәй ауылы, Совет урамы, 41-се йорт адресы буйынса танышырға мөмкин.
Гүзәл Борханова