Башҡортостандың халыҡ артисы юбилейы Хөкүмәт кимәлендә билдәләнә

  Республика Башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы, быйыл Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театры актрисаһы Илсөйәр Ғәзетдинованың  75 йәше билдәләнә. Документ буйынса, юбилей тантанаһы һәм сараларын  әҙерләү һәм уҙғарыу бурысы беренсе вице-премьер Урал Килсенбаевҡа йөкмәтелә. Илсөйәр Ғәзетдинова – башҡорт драма театрының абруйлы  актрисаларының береһе, 1972 йылдан театрға хеҙмәт итә.