Был турала Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының коллегия ултырышында билдәләнде. «Ябыҡ цикллы иҡтисад» федераль проекты сиктәрендә республика ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү күрһәткестәрен яҡшыртҡан.
2030 йылға Баймаҡ, Бәләбәй, Ишембай, Краснокама, Ҡыйғы райондарында һәм Өфө эргәһендә алты заманса экологик комплекс төҙөү планлаштырыла. Былтыр Бәләбәйҙә сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексы файҙаланыуға тапшырылған, Баймаҡ районында полигон төҙөлөшө тамамланған. Быйыл Ишембай районында органик ҡалдыҡтарҙы компостлау буйынса цех төҙөлөшөн тамамлау бурысы тора.
Һауаны бысратыусы матдәләр сығарыуҙы кәметеү буйынса төп сәнәғәт предприятиелары-Башҡортостан «Сода» компанияһы һәм «Газпром нефтехим Салауат» менән эшмәкәрлек дауам итә. Шулай уҡ ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусы компанияларҙың лицензия шарттарын үтәүен контролдә тотоу көсәйтелгән.