Сәсеү миҙгеленә әҙерлек. Республика ауыл хужалыҡтарында баҫыу эштәренә әҙерлек барышында техник тикшереүҙәр үтә. Инспекторҙар төркөмө Саҡмағош районында Базы предприятиеһында трактор, комбайндарҙы һәм башҡа техниканы хәүефһеҙлек талаптары буйынса тикшерҙе. Йылдам үҫешкән хужалыҡта транспорт саралары даими яңыртыла, ферма майҙандары киңәйтелә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.
Базы ауыл хужалығында ҡыҙыу эш мәле ҡышҡы ваҡыттарҙа ла тынмай. Эре мөгөҙлө мал үрсетеү, ит, һөт продукцияһы етештереүҙә махсуслашҡан ҡеүәтле предприятиела баҫыу миҙгеле алдынан техник тикшереү үтте. Хужалыҡта иҫәпләнгән 250-гә яҡын транспорт сараһы хәүефһеҙлек талаптары буйынса ҡаралды.
Техник тикшереүҙәр республиканың бөтә район-ҡалаларында ойошторола. Март аҙағына тиклем транспорт саралары, сәсеү ҡоролмалары һәм башҡа йыһаздар тикшереү үтергә тейеш.
«Базы» аграрийҙары көҙ уңыш һанағанда йыл да беренселектә һынатмай. Хужалыҡ эшсәндәре гектар майҙанынан 65 центнерға тиклем бойҙай йыйып ала. Мал-тыуар аҫрау өсөн ферма майҙандары киңәйтелә, һыйыр-таналар башы арттырыла. Бөгөн хужалыҡта 10 мең эре мөгөҙлө мал иҫәпләнә.
Хужалыҡта сәсеү майҙаны 45 мең гектарға тиклем етә. Йәйге осорҙа предприятиела 800-гә яҡын хеҙмәткәр эшләй. Улар аграр тармаҡта һәр саҡ беренсе булырға тырыша, сөнки хужалыҡ етәкселеге лайыҡлы хеҙмәт хаҡынан тыш фатир, һаулыҡ һаҡлау, балаларҙы уҡытыу һорауҙары менән ярҙам итә.
Флорида Миһранова