Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһында традицион ҡиммәттәрҙе яҡлау һәм күп балалы ғаиләләр өсөн льготалар алыуҙы ябайлаштырыу мәсьәләләренә бәйле һорауҙар ҡаралды. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы эргәһендә ата-әсәләр республика советы эшләй. Уның составына муниципалитет һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ингән. Әле министрлыҡ тарафынан балаларҙа ата-әсәгә хөрмәт тойғоһо тәрбиәләү, традицион ҡиммәтәр нигеҙендә ғаилә тормошона әҙерләү буйынса методик тәҡдимдәр төҙөлгән. Документ урындағы үҙидаралыҡ органдары һәм белем биреү усаҡтарына ебәреләсәк.