Башҡортостанда Күп балалы ғаилә көнө раҫланды

Ҙур һәм татыу ғаилә йылында ғаилә институтын нығытыу, тыуымды арттырыу һәм демографик хәлде яҡшыртыу-көнүҙәк мәсьәлә. Бөгөн был тема Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа Дәүләт Думаһы депутаттары, закондар сығарыу һәм башҡарма власть органдары, урындағы үҙидаралыҡ вәкилдәре осрашыуында күтәрелде. Программаға ярашлы, муниципалитеттарҙа ғаиләләр менән эшләү практикаһы өйрәнелде. Сараға күп балалы алты ғаилә лә саҡырылғайны, улар төрлө министрлыҡ-ведомство етәкселегенә үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе. Күптәр ярҙам саралары менән ҡыҙыҡһынды.

Республикала бөгөн 200 меңдән ашыу балалы ғаиләгә комплекслы социаль ярҙам саралары ла күрһәтелә. Һуңғы биш йылды сағыштырғанда, күп балалы ғаиләләр яҡынса 24 процентҡа артып, 73 меңгә еткән. Рәсәй, Башҡортостан кимәлендә уларға күп төрлө наградалар ҡаралған, конкурстар уҙғарыла. Тағы ла бер мөһим яңылыҡ-йыл аҙағында Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары ҡабул иткән закон буйынса, 21 декабрь Башҡортостанда Күп балалы ғаилә көнө тип иғлан ителде. Ҙур һәм татыу ғаилә йылында ғаиләләргә ҡарата иғтибар тағы ла артасаҡ.