Өфөлә йәмәғәт транспортының яртыһы газға күскән

Республиканың сәнәғәт министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы Башҡортостан файҙаланыуға тапшырылған автомобиль газ тултырыу компрессор станциялары һаны буйынса Рәсәйҙә 1-се урынды биләй. Былтыр 7 станция файҙаланыуға тапшырылһа, әлеге ваҡытта улар 72 урында. Әйткәндәй, быйыл газ ҡорамалдарын ҡуйыуға дәүләт субсидияһы артты, уға эшҡыуарҙар ҙа, физик шәхестәр ҙә иҫәп тота ала. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Автобус водителе газға әкрен генә баҫып, компрессор станцияһына йүнәлә. Колонкаларҙа сират бөтөнләй юҡ, сөнки аш мәле. Ҡағиҙә буйынса автобус пассажирҙарһыҙ, 15 метр радиуста ла кешеләр юҡ. Водитель ышансылы аҙымдар менән газ компрессоры янына яҡын килеп 4-5 минут эсендә баллонды тултыра.

Баллондар150 кубометр газ һыйҙырышлы. Беҙҙең йәмәғәт транспортында метан ҡулланыла. Ул автобустың двигателендә артыҡ көсөргәнешлек тыуҙырмай. Метандағы транспорт еңел һәм шыма йөрөй.Пропан кеүек бушлыҡтарға инеп тулмай, еңел һәм хәүефһеҙ.

Вадим Фәйзуллин, автобус водителе

Республикала пассажирҙарҙың төп ташыусыһы автобустарҙы газға үҙгәртеп ҡороу менән шөғөлләнмәй. Автобустар заводтан уҡ газ баллондары менән йыһазландырылып сығарыла. Метан янғанда углерод оксиды 15, ә азот оксиды 70 процентҡа кәмерәк барлыҡҡа килә, бензапирен һәм метан булмаған углеводородтар бүлеп сығарыу дизель яғыулығы менән сағыштырғанда 90 процентҡа, ә һөрөм 99 процентҡа кәмей. Был айырыуса ҙур ҡалаларҙа экологик баллансты һаҡларға мөмкинлек бирә.

«Башватотооранс» акционерҙар йәмғите предприятиеһы газ-мотор двигателе менән йыһазландырылған 477 автобус ҡуллана. Был дөйөм һандың 30 процентын тәшкил итә. Өфөлө иһә 404 автобус йөрөй, был дөйөм һандың илле процентын тәшкил итә.

Дмитрий Сотников, «Башавтотранс»акционерҙар йәмғиәте филиалының 1-се Өфө автотранспорт предприятиеһы директоры

Тәбиғи газ ғәҙәттә бензин һәм дизелдән арзаныраҡ. Яғыулыҡҡа сығымдар 2-3 тапҡырға кәмеүе ихтимал. Был үҙ сиратында предприятиеларға һәм шәхси транспорт хужаларына яғыулыҡҡа сығымдарҙы һиҙелерлек кәметергә мөмкинлек бирә. Нефть продукттары менән сағыштырғанда газ-мотор яғыулығына хаҡтар тотороҡлораҡ, кеҫәгә лә һуҡмай. Бындай яғыулыҡҡа еңел автомобилдәр ҙә күсә. Газ баллоны ҡорамалдарын ҡорау сервистарында 4-5 сәғәттә автомобиль двигателен газ менән йөрөү өсөн көйләргә була.

Метан экологик йәһәттән отошло, хәүефһеҙ газ, хаҡы ла артыҡ тешләшмәй. Беҙ йыл башынан әҙерләнәбеҙ, клиенттар менән килешеүҙәр төҙөйбөҙ, икенсе ярты йыллыҡта ең һыҙғанып эшкә тотонабыҙ.

Игорь Зорин, Автотранспорт сараларын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау компанияһы директоры

Дәүләт программаһы буйынса газ баллоны ҡорамалдарын төбәк һәм федераль субсидиялау программаларында ҡатнашҡан аккредитацияланған сервис үҙәктәрендә урынлаштырырға була. Бындай үҙәктәр транспорт сараһы хужаларына ташламалар бирә.

Быйыл еңел автомобилдәр өсөн субсидияларҙың максималь күләме 47 мең һум тәшкил итә. Машина төрөнә ҡарап хаҡтар бер ни тиклем юғарыраҡ та булыуы ихтимал. Был һан былтырғыға ҡарағанда 32 процентҡа күберәк.Өҫтәмә субсидиялар ауыр тоннажлы йөк машиналарын газ баллондарын ҡорау күләме 700 мең һумға тиклем тәшкил итеүе мөмкин.

Владимир Петров, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары

2026 йылда тотош ил буйынса транспорт сараларын газ-мотор яғыулығына үҙгәртеп ҡороуға ярҙам итеү буйынса саралар дауам итә. Улар барыһы ла «Таҙа энергетика»федераль проекты сиктәрендә башҡарыла. Республикала ифрастрактура үҫешә, 72 газ тултырыу станцияһы төҙөлә. Былтыр сафҡа индерелгән объекттар иҫәбе буйынса Башҡортостан беренсе урында.Газ-мотор яғыулығы транспорттың экологияға кире йоғонтоһон кәметә. Башҡалала, тотош республикала йәмәғәт транспорты паркын яңыртыу һәм экологик программаларҙы тормошҡа ашырыу контексында газ-мотор яғыулығы транспортын үҫтереү көнүҙәк. Метанда эшләгән «Нефаз» автобустары был программаларҙың уңышлы икәнен күрһәтә.

Гүзәл Борханова