Башҡортостандың халыҡ артисы Айгөл Моратова юбилейын Дәүләт академия симфоник оркестры менән бер сәхнәлә ҡаршы алды. Ижади коллектив баш ҡала тамашасыларына миҙгелдең иң сағыу концерттарының береһен тәҡдим итте.
Маэстро Дмитрий Крюков етәкселегендә донъя музыкаһының билдәле әҫәрҙәре яңғыраны. Уильям Уолтон оркестры менән альт өсөн концертта Айгөл Моратова төп партияны уйнаны. Был музыкаль әҫәрҙе ул тәүге тапҡыр 2006 йылда башҡарған булған. Утыҙ йылдан ашыу ҡулында-альт. Сәнғәт белгестәре билдәләүенсә, музыкаль ҡорал менән ул оҫта эш итә, һәр сығышы тамашасыларҙа тәрән хистәр уята. Билдәле артистты юбилейы менән республика башлығы Радий Хәбиров та тәбрикләгән, сәхнәлә ҡотлау яҙылған Хөкүмәт телеграммаһы уҡылды. Айгөл Моратова башҡорт, рус һәм татар телдәрендә яҙылған илленән ашыу йыр авторы ла. Башҡортостан мәҙәниәте һәм сәнғәте үҫешенә индергән өлөшө дәүләт һәм ведомство наградалары менән билдәләнгән.