Был турала Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова белдерҙе. Был проект Радий Хәбиров башланғысы менән 2020 йылда булдырылды, 2030 йылға тиклем оҙайтылды. Өлкән йәштәгеләргә республика буйлап сәфәрҙәр ҡылыу, шулай уҡ Белоруссия һәм Абхазияға сәйәхәт итеү мөмкинлеге бар.