Йылайыр районында юл ремонтлана

Быйыл Яманһаҙ ауылы янында 3 километрҙы тәртипкә килтереү бурысы ҡуйылған. Ремонт "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектына ярашлы башҡарыла. Эштәрҙе йыл аҙағына тиклем тамамлау көтөлә. Быйыл республикала милли проект буйынса 185 километр юл һәм 15 күперҙе төҙөкләндереү планлаштырылған.