Ул март аҙағына тиклем дауам итә. Автоинспекторҙар ялған, күренмәгән һәм йәшерелгән номерлы машиналарҙы асыҡлай. Һандар һәм хәрефтәр юйылһа йәки бысраҡ булһа 500 һум штраф һалына. Номерҙар күренмәһә йәки тейешле ҙурлыҡта эшләнмәһә 5 мең һум штраф ҡарала. Ялған номерҙар өсөн водитель таныҡлығынан мәхрүм итеүҙәре ихтимал.