Шишмә районында «Вкуслайн» балалар һәм диетик туҡланыу заводы асылды

Уның продукцияһы республиканың 14 районына, 800-гә яҡын мәғариф учреждениеһына оҙатыла. Хужалар киләсәктә етештереү ҡеүәттәрен тағы ла арттырырға һәм айына 850 тонна аҙыҡ-түлек әҙерләргә ниәтләй. Яңы, заманса заводтың эшмәкәрлеге менән бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та танышты. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Цехтарҙа ҡамыр әйләнгәне күренмәһә, дауахананың операция бүлмәһе, йә дарыухана тип уйларға мөмкин. Яҡты, таҙа, матур, ҡоролмалар ялтырап тора. Ә иң мөһиме- юғары сифатлы продукция. Балалар өсөн тырышып, күңелебеҙҙе һалып бешерәбеҙ, ти хеҙмәткәрҙәр.

Цехтарҙа тәүлегенә генә 2 мең килограмға яҡын печенье бешерелә, әҙер продукция сауҙа селтәрҙәре һәм маркетплейстар аша һатыла, республиканың мәғариф учреждениеларына оҙатыла.

Компания үҙенең эшмәкәрлеген 2017 йылда, Башҡортостан уҡыу йорттарында туҡланыуҙы ойоштороусы булып башлай, ә 6 йыл элек хужалар эш йүнәлешен үҙгәртеп етештереүгә тотона. Яңы заводтың продукция асссортименты әле 100-ҙән ашыу, бында ярымфабрикаттар ҙа, икмәк ризыҡтары ла сығарыла.

2030 йылға тиклем һалынған инвестициялар күләме 965 миллион һумға етер тип күҙаллана, был үҙ сиратында етештереү ҡеүәтен дә, сығарылған продукция күләмен дә, хеҙмәткәрҙәр һанын да арттырасаҡ. Башҡортостан башлығы заводтың эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Мәктәп туҡланыуында тәртип урынлаштырыла, тине Радий Хәбиров.

Киләсәктә завод дүрт сменала эшләргә ниәтләй. Бының өсөн тулы уңайлыҡтар бар. Продукцияға ихтыяж ҙур, сеймалға ҡытлыҡ юҡ, барыһы ла республика хужалыҡтарынан алына. Ә кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү өсөн республика уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлеккә нигеҙ һалынған.

Р.Кәримова