Башҡортостанда юл буйы сервисына 2,5 млрд һум инвестиция һалынған

Былтыр Башҡортостанда юл буйы сервисын үҫтереүгә 2 миллиард ярым һумдан ашыу инвестиция йүнәлтелгән. 173 яңы объект төҙөлгән, 174-е комплекслы яңыртылған. Төбәктең сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы муниципалитеттар менән берлектә тармаҡҡа яңы инвесторҙар йәлеп итеү буйынса эш алып бара. Әлегә 54 башланғыс өҫтөнлөклө проекттар иҫәбенә индерелгән. Юл буйы инфраструктураһындағы үҙгәрештәр менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

Иглин ауылында асылған автомобиль йыуыу комплексы тәүлек әйләнәһенә эшләй, заман талаптарына яуап бирә. Махсус программа тәьминәте ярҙамында һыу билдәләнгән күләмдә генә сарыф ителә, хеҙмәтләндереү ваҡыты һәм эш сифаты контролдә тотола, түләү системаһы ла уңайлы. Инвестициялар күләме 20 млн һум тәшкил иткән, алты яңы эш урыны барлыҡҡа килгән.

2023 йылда автомобиль йыйыу комплексын төҙөү идеяһы барлыҡҡа килгәйне. Башланғыс Иглин районы хакимиәте етәкселеге тарафынан хупланғандан һуң, бизнес-шериф, архитектура бүлеге менән берлектә ер участкаһы мәсьәләһен хәл итә башланыҡ. Артабан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән инвестиция сәғәтендә сығыш яһап, проектты тормошҡа ашырыуға тейешле ярҙам алдыҡ.

Рауил Хисаметдинов, компания етәксеһе

Комплекс эргәһендә магазин, автосервис төҙөлөшө, ял зоналары булдырыу ҙа ҡаралған. Водителдәр уңайлығы өсөн автомобиль өсөн уңайлы туҡталҡалар ҙа буласаҡ. Ғөмүмән, Иглин районында юл буйы инрафструктураһын үҫтереүгә иғтибар юғары, ошо маҡсатта ауыл биләмәләренең генераль пландарына үҙгәрештәр ҙә индерелгән.

Бөгөн районда юл буйы сервисы даими үҫешә, 103 объект эшләй, уларҙың күп өлөшө М-5 трассаһы эргәһендә урынлашҡан. Быйыл тағы ла ете комплекс төҙөлөшө ҡаралған. Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙы сифатлы хеҙмәтләндереүгә ихтыяждың йылдан-йыл артыуын күҙәтәбеҙ.

Венера Нуриәхмәтова, Иглин районы хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм инвестиция эшмәкәрлеге буйынса урынбаҫары

Башҡортостанда 2030 йылға тиклем юл буйы сервисын үҫтереү буйынса Концепция булдырылған. Уға ярашлы 1 мең яңы объект төҙөү маҡсаты ҡуйылған. Шулай уҡ булған комплекстар ҙа заманса төҫ алырға тейеш. Был йәһәттән инвесторҙар менән һөҙөмтәле һәм системалы эш алып барыла, дәүләт ярҙамы саралары ҡаралған, һалым преференциялары эшләй. Ер участкаларын ҡуртымға алыуҙа ярҙам күрһәтелә.

Инвесторҙар йәлеп итеү буйынса әүҙем эшләйбеҙ. Бөгөн бизнес юл буйы инфраструктураһын булдырыуға яҡынса 7 млрд һум йүнәлтергә әҙер, министрлыҡ тарафынан етмештән ашыу башланғыс ҡарала. Проекттарҙың күбеһе өҫтөнлөклөләр иҫәбенә индерелгән.

Наил Фәйрүзов, Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының юл буйы сервисын үҫтереү буйынса проект башланғыстары етәксеһе

Федераль, төбәк, муниципаль юлдарҙа водителдәр һәм пассажирҙар өсөн хеҙмәтләндереү кимәлен арттырыу бурысы ҡуйылған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров юл буйы сервисы-иҡтисадтың мөһим өлөшө булыуын билдәләп, сәйәхәттәр өсөн уңайлы инфраструктура барлыҡҡа килә тине.

Юл буйы сервисы-Башҡортостандың йөҙө. Заман талаптарына яуап бирә икән, тимәк, туристар ҙа сәфәргә сыҡҡанда тап республика юлдарын, хозур тәбиғәт объекттарын һайлаясаҡ.

Бөгөн Башҡортостандың дөйөм ҡулланыштағы автомобиль юлдарында 2300-ән ашыу юл буйы сервисы объекты урынлашҡан. Һуңғы йылдарҙа күп функциялы объекттар төҙөлөшөнә өҫтөнлөк бирелә, белгестәр тармаҡта тотороҡло үҫеш күҙәтелеүен билдәләй.

Гөлназ Хәйбуллина