Өфөнөң «Китап» магазины Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Раушания Бәҙретдинованың «Муллыҡ» тип исемләнгән картиналар серияһы менән таныштыра. Ижади эштәрендә автор башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары образын, милли биҙәүестәр, халыҡ ижады өлгөләрен сағылдырған. Күргәҙмәне асыу тантанаһында билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ҡылҡәләм оҫтаһының ижадташ дуҫтары, яҡындары ҡатнашты. «Бәхет биләмәһе» һәм «Өфө хосписы» хәйриә фондтарының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова авторҙың картиналарын юғары баһалап, район-ҡалаларға күсмә күргәҙмәләр ойошторорға тәҡдим итте.
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың рәссамдар берлеге ағзаһы, дизайнер, арт-терапевт Раушания Бәҙретдинова республикала тормошҡа ашырылған хәйриә проекттарында әүҙем ҡатнаша. Һәләтле балаларҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән төрлө фондтар менән хеҙмәттәшлек итә. Уның «Үҙеңә юл», «Яҡтылыҡ һәм күләгә», «Бәхет вибрацияһы», «Тормош хроникаһы», «Емеш» картиналар серияларын да сәнғәт һөйөүселәр йылы ҡабул иткәйне. Сарала ҡатнашыусылар яңы ижади эштәрҙең дә күңелдәрҙе дауалаусы көскә эйә булыуын билдәләне.