Башҡортостан махсус хәрби операция ветерандарын идара итергә өйрәтәләр

Кадрҙар программаһында ҡатнашыусылар Республика менән идара итеү үҙәгендә булды. Улар "Инцидент-менеджмент" платформаһы менән танышты. Халыҡ мөрәжәғәттәре менән эшләү тураһында мәғлүмәт алды. Белгестәр социаль селтәрҙәрҙең әһәмиәте хаҡында һөйләне. "Башҡортостан геройҙары" программаһы ҡатнашыусылар алған белем киләсәктә идара эшмәкәрлегендә кәрәк була. Күп ветерандар муниципалитеттарҙа һәм власть органдарында стажировка үтә, ҡайһы берәүҙәре остаздары ҡулы аҫтында эш башлаған. Программа 2025 йылда Радий Хәбиров башланысы менән старт алды. Махсус хәрби операция ветерандарын тыныс тормошта идара эшенә йәлеп итеү маҡсат ҡуйылған.