Был турала республика хөкүмәтенән хәбәр итәләр. Ҡатнашыусылар "Рәсәй эше" берҙәм платформаһы аша ҡабул ителә. Башҡортостанда нейроселтәр файҙаланыу, мәғлүмәт аналитигы, иретеп йәбештереүсе, туризм буйынса агент һөнәрҙәрен өйрәнергә теләүселәр күп. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова белдереүенсә, уҙған йылда республика яңы һөнәр өйрәнеүселәр һаны буйынса алдынғы төбәктәр рәтенә ингән. - Беҙҙә өс меңдән ашыу кеше уҡытылды, күптәр теләгән эшенә урынлашты, - тине ул.