Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтенән хәбәр итеүҙәренсә, "Ҡөрьән"де, "Урал Батыр" эпосы, "Башҡортса-русса мәктәп һүҙлеге"н күпләп алғандар. Уҙған йылда 88 китап баҫылған. Айырыуса иғтибар республика халыҡтарының милли әҙәби ҡаҙанышын тергеҙеүгә һәм танытыуға йүнәлтелгән.