Радий Хәбиров 8 март уңайынан республика ҡатын-ҡыҙҙарын тәбрикләне

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яҙҙың иң күркәм байрамдарының береһе - 8 март уңайынан республика ҡатын-ҡыҙҙарын тәбрикләне. Өфөлә үткән тантаналы ултырышта гүзәл заттарға дәүләт наградалары тапшырылды. Радий Хәбиров, ныҡлы һәм ышаныслы тыл ойоштороусы, иҡтисадты үҫтереүсе, ғаилә терәге булып торған ҡатын-ҡыҙҙарға оло рәхмәтен еткерҙе. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған тантаналы ултырышта ҡатнашыусы гүзәл заттарҙы ир-егеттәр сәскә менән ҡаршы алды. Яуаплы эштәрҙәрҙә эшләгән, күп бала тәрбиәләгән, һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып уңыштарға өлгәшкән ҡатын-ҡыҙҙарҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне.

Тәбрикләнгән ҡатын-ҡыҙҙар араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы гүзәл заттар, шулай уҡ тыл шарттарында ир-егеттәргә ярҙам акцияһын ойоштороусы әсәйҙәр булды. Биш бала тәрбиәлёүсе яугирҙың тормош иптәше Тәғзимә Кинйәбаева «Герой әсә» миҙалы менән бүләкләнде.

Табип, уҡытыусы, психолог, юрист, ғалим, һауынсы, почтальон, завод эшсеһе. Ҡатын-ҡыҙҙар ниндәй генә тармаҡта эшләмәһен, тормоштоң йәме, матур һәм сағыу бер өлөшө булып ҡала. Радий Хәбиров Башҡортостанда өлгө булырлыҡ әсәләр, һоҡланғыс ғаиләләр күп булыуын билдәләне. Төбәктә «Әсәлек даны» миҙалына ғына 9 мең ҡатын-ҡыҙ лайыҡ.

Төбәк етәксеһе ил өсөн еңел булмаған осорҙа республика ҡатын-ҡыҙҙары ныҡлы һәм ышаныслы тыл, иҡтисад этәргесе, милләт әсәһе булып тора тип оло рәхмәтен еткерҙе. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә изге теләктәр һәр бер гүзәл затҡа еткерелде.

Флорида Миһранова