Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан Өфөлә етенсегә «Кескәй принцессалар балы» үтте. Мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙҙар өсөн ойошторолған Хәйриә сараһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Байрамға республиканың төрлө район-ҡалаларынан 269 бала, шул иҫәптән балалар йорттары тәрбиләнеүселәре лә килде. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың ғаиләләре лә иғтибар үҙәгендә булды. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә
Ҡупшы күлдәк күптән әҙер, кәйеф тә күтәренке. Сәлимә әсәһе менән бер көн алдан Өфөләге шифаханаларҙың береһенә урынлашып, «Кескәй принцессалар балы»на йыйына. Күрше бүлмәлә Розалия ла Хәйриә байрамына ашыға. Сәскәләр менән биҙәлгән кейем-яҡын кешеһенең үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләге.
Театрға инеү менән ҡыҙҙар үҙҙәрен, әйтерһең дә, мөғжизә иленә эләккәндәй хис итте. «Кескәй принцессалар балы»ның төп ҡунаҡтарын-6 йәштән 12 йәшкәсә балаларҙы әкиәт персонаждары ҡаршы алды. Майҙанда күп төрлө фотозонолар, изгелек бөҙраханаһы эшләне. Ҡыҙҙар һәм уларҙың әсәләре прическа һәм макияж яһата алды.
«Кескәй принцессалар балы»-изге һәм ҡыйыу йөрәкле балалар өсөн көтөп алынған байрам сараларының береһе. Ҡунаҡтар ижади майҙансыҡтарҙа ҡатнашыуҙан тыш, «Осоусы карап» музыкаль спектаклен дә ҡараны.
Күләмле проект 2019 йылдан алып «Бәхет биләмәһе» Хәйриә фонды патронажы аҫтында бағыусылар һәм партнерҙар ярҙамы менән тормошҡа ашырыла. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров балаларҙы йәмғиәткә яраҡлаштырыуҙа ошондай мәрхәмәтлек сараларының оло әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.
Радий Хәбиров байрамды ойоштороуҙа ярҙам иткән бағыусылар һәм ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе. Спектаклдән һуң балда ҡатнашҡан балаларға бүләктәр таратылды.
Бөгөнгө сара ысын мәғәнәһендә һәр кемдә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы, балаларҙың йөҙөндәге йылмайыу-ойоштороусылар өсөн иң ҙур бүләк.
Башҡортостанда мөмкинлектәре сикләнгән 250 меңгә яҡын кеше иҫәпләнә, уларҙың 21 меңдән ашыуы балалар. Төбәктә ошондай социаль проекттар малай-ҡыҙҙар тарафынан йылы ҡабул ителә. «Принцессалар балы»на килгәндә, ул Өфөлә генә түгел, республиканың башҡа район-ҡалаларында ла даими уҙғарыла.
Гөлназ Хәйбуллина