Ҡыйыулыҡ, көс һәм илһөйәрлек. Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылында Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Фирзән Тулыбаев иҫтәлегенә күләмле ярыштар үтте. Ҡаһарманлығы икенсе дәрәжә «Хәрби батырлыҡ», Генерал Шайморатов миҙалдары, «Батырлыҡ ордены» менән баһаланған яугирҙың исемен мәңгеләштереү маҡсатында ойошторолған сарала ир-егеттәр спорт уйындарында, урман эшендә, техника менән эш итеүҙә көс һынашты.
Күктә Башҡортостан һәм Рәсәй флагтары елберҙәй. Гимн яңғырай. Моңһоу... шул уҡ ваҡытта күңелде ғорурлыҡ тойғоһо биләй. Ғүмерҙәре ил именлеге өсөн өҙөлгән ир-егеттәрҙең һәр береһе ауылдаштары хәтерендә, исемдәре халыҡ телендә. Ишбирҙе ауылынан Махсус хәрби операцияла башын һалған яугирҙар рухын ауылдаштары аят-доғаларҙан да өҙмәй. Фирзән Тулыбаев та улар-һәләк булғандар иҫәбендә.
Фирзән Вәли улы Тулыбаевты ла ауылдаштары тормошто яратыусы, ярҙамсыл егет булараҡ хәтерләй. Ә эшҡыуар Нурбулат Халиҡов батыр иҫтәлегенә ярыш ойоштороуҙы үҙ өҫтөнә ала. Бынан тыш, бағыусы булараҡ сығыш яһап, ауыл мәктәбенә Герой партаһы булдырыу өсөн парта алып ҡайтып тапшыра.
Техникалар парадынан башланған ярышты тракторҙа утын ташыу, уны бысыу, тейәү кеүек һынауҙар алыштырҙы. Сөнки Фирзән Вәли улы үҙе лә техника йәнле, ағас эшен яҡшы белгән егет була. Программала ир-егеттәр оҫталығы арҡан тартышыу, гер күтәреү, суҡмар һелтәү, мәргән атыу, автоматты тиҙлеккә һүтеп-ҡороу кеүек уйындарҙа ла баһаланды
Балалар уйындарҙа ҡатнашты. Ауыл һәүәҫкәрҙәре концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Майҙанда көс һынашыусылар тәмле былау, эҫе сәй менән һыйланды. Еңеүселәргә маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Иң мөһиме сара ауыл халҡын берләштерҙе, улемһыҙ батыр тураһындағы хәтерҙе тағы ла нығытты.
Рәйлә Күсемханова