“Карат” дрон операторы һөнәрен үҙләштереүе тураһында һөйләне

Ул 2022 йылдан алып Махсус хәрби операцияла, 428-се мотоуҡсылар  полкында хеҙмәт итә. Пилотһыҙ осоу аппараттары операторы  булып киткәнсе, 10 көнлөк әҙерлек үткән. Уның әйтеүенсә, пилотһыҙ осоу апараты операторы  дронды тойорға, уның мөмкинлектәрен,  һауала нимәгә һәләтле булыуын, ниндәй ҡаршылыҡ күрһәтеүен алдан белергә тейеш. Сөнки операторҙың эшмәкәрлегенә  хәрбиҙәрҙең хәүефһеҙлеге һәм ғүмере  бәйләнгән. “Башҡортостанда пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары әҙерләүгә яуаплы мөнәсәбәт булдырылған. Республика белгестәрҙе өйрәтеүҙән тыш, фронтты техника менән тәьмин итә. “Өфө ҡоштары” – FRV-дрондары алғы һыҙыҡта мөһим бурыстарҙы тормошҡа ашыра”, тине яугир.  “Карат” батырлығы өсөн Суворов миҙалы менән наградланған.