Аҡса уҡыу йорттарында профилактик һәм психологик эш өсөн ҡаралған. Республика Башлығының указы бар. Мәғариф министрлығына уҡыусылар тәртибе өсөн яуаплылыларҙы билдәләргә, улар өсөн инструкция әҙерләргә ҡушылған. 1 марттан түләүҙәр террорға ҡаршы һаҡланыу кимәле 1-се һәм 2-се категория булған мәктәптәрҙә ҡабул ителә. Өҫтәмә аҡсаға 15 процентлыҡ Урал коэффициенты ҡушыла.