Документ федераль ҡануниәт нормалары үтәләшен тәьмин итә. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, бөгөнгө шарттарҙа әһәмиәтле технологиялар импорты иҫәбенә йәшәргә ярамай. Фән һәм бизнес кооперацияһын нығытырға кәрәк, технологик стартаптар һәм сәнәғәт инновациялары өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға тейешбеҙ. Башҡортостан предприятиеларының бындай мөмкинлеге бар, технологик үҫеш - милли хәүефһеҙлек һәм иҡтисади бойондороҡһоҙлоҡ нигеҙе, тине Константин Толкачев.