Башҡортостанда пилотһыҙ системалар ғәскәренә яугирҙар туплана

18 йәштән 35 йәшкә тиклемге ир-егеттәр саҡырыла. “Өлкәнерәктәрҙең кандидатураһы ла ҡарала. Улар пилотһыҙ осҡостар берләшмәһендә водитель, инженер, сапер, ашнаҡсы булараҡ хеҙмәт итә ала”, - тип белдерәләр Хәрби хеҙмәткә килешеү буйынса һайлап алыу пунктынан. Телеграмда “Пилотһыҙ ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт” тигән чат-бот булдырылған. Ул хәрби хеҙмәткә ҡағылышлы көнүҙәк һорауҙарға яуап табырға ярҙам итә.