Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә яуға. Өфөлә бер төркөм яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу сараһы үтте.
Ватан һаҡсылары ял осоронда ғаиләләре менән булып көс-дәрт туплаған, йорт мәшәҡәттәре менән булышҡан. Ир-егеттәрҙең күп өлөшө был осорҙа мәктәптәрҙә батырлыҡ дәрестәрендә ҡатнашып балалар менән дә аралашҡан. Хәрбиҙәрҙе оҙатыу тантанаһына уларҙың туғандары, дуҫтары һәм хеҙмәттәштәре килгәйне. Яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комитеты вәкилдәре оҙатыуында уңайлы автобустарҙа бара.
Ялға тыуған йортҡа ҡайтыу-ҙур бәхет. Әсәйемде, кәләшемде күреп үҙемде бәхетле тойҙом. Әммә алғы һыҙыҡта мине иптәштәрем көтә, уларға ярҙамға ашығабыҙ.