Өфөлә ветеринария хеҙмәткәрҙәре араһында ойошторолған «Берҙәмлек» республика конкурсы финалы үтте

Һөнәрмәндәр ярышы төбәктең ветеринария буйынса дәүләт комитеты тарафынан йыл һайын ойошторола. Сираттағы сара илебеҙҙә иғлан ителгән Рәсәй халыҡтары берҙәмлегейылы һәм республикала старт бирелгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналды. Профсоюздар Йорто сәхнәһендә республика район-ҡалаларынан 10 ғаилә сығыш яһаны. Улар баһалама ағзалары иғтибарына конкурс шарттары буйынса махсус номерҙар тәҡдим итте. Сарала төрлө милләт вәкилдәре үҙ халҡының тарихы һәм мәҙәниәте нескәлектәре тураһында бәйән итте.