Өфөлә Айнур Туҡтаевтың 20 йыллыҡ ижадына арналған концерты үтте

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында йырсы Айнур Туҡтаевтың 20 йыллыҡ ижадына арналған концерты үтте. Ижадсы тамашасыға хиттар менән бер рәттән яңы йырҙарын тәҡдим итте.

Республика һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты Айнур Туҡтаев «Ҡатын-ҡыҙ күңеленең наҙлылығы» тип аталған концертын баш ҡала тамашасыһына тәҡдим итте. Концертта халыҡ, эстрада һәм заманса йырҙар яңғыраны.

20 йыллыҡ юбилей концертында йырсының ижадташ дуҫтары, Нефтекама дәүләт филармонияһы, «Йәшлек» бейеү ансамбле, һәм Сибай институтының вокал студияһы студенттары сығыш яһаны.

Хиттарҙан, дәртле бейеүҙәрҙән торған концерт гүзәл заттарға 8 март байрамы алдынан моңло бүләк булды.

Рәмилә Исмәғилева