Башҡортостанда «Хеҙмәт һәм оборонаға әҙер» Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының алдынғы билдәһен йөрөтөүселәр һаны арта. Был хаҡта аҙналыҡ кәңәшмәлә билдәләнде. ГТО нормативтарын теләгән һәр кем тапшыра ала. 18 баҫҡыстан торған комплекс мотлаҡ һәм һайлап алыуға тәҡдим ителгән-йүгереү, ҡулдарға таянып кәүҙәне күтәреү, йөҙөү һәм башҡа күп спорт күнекмәләрен үҙ эсенә ала. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева ентекләберәк.
Фигуралы шыуыу менән шөғөлләнгән ҡыҙҙарға алыҫлыҡҡа һикереү еңел бирелә. Тән һығылмалылығын һынаған күнекмә лә артыҡ ауыр түгел. Софья университетҡа уҡырға инергә теләй, өҫтәмә балдар артыҡ булмаясаҡ.
Софья Лукина, ГТО нормативтарын тапшырыусы Унынсы класта уҡыйым. Берҙәм дәүләт имтихандарына өҫтәмә бал алырға теләйем. Нормативтарҙы яҡшы тапшырһам 2-нән унға тиклем бал өҫтәләсәк.
Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер комплексы СССР-ҙа1931 йылда барлыҡҡа килә.
Нормативтар ике блоктан торған. Беренсеһе-медицина ярҙамы күрһәтеү, хәрби һәм техник күнекмәләр. Икенсе блокты спорт күнекмәләре тәшкил иткән. 1991 йылда Советтар Союзы тарҡалғандан һуң, программа онотолған.
2014 йылдың мартында, ил Президентының тейешлеУказы сыҡҡандан һуң, ул тергеҙелә. Мотивацияны арттырыу маҡсатында ГТО нормаларын тапшырыусылар өсөн бонустар индерергә ҡарар ителә.
2025 йылдан алып гто нормативтарын тапшырған өсөн түләнгән һалымдың бер өлөшөн кире ҡайтарырға була. Уның суммаһы шәхсән билдәләнә, яҡынса 2500 һум тәшкил итә. Һалымды ҡайтарыу шарттарының береһе- диспансер тикшереүе үтеү. Спорт күнекмәләре комплексын алты йәштән өлкәндәр тапшыра ала. Үҙәктә билдәләүҙәренсә, хатта 84 йәшлектәр ҙә үҙенең физик ныҡлығын тикшерергә килгән осраҡтар бар. Алтын билдә яулаусылар һаны 35 меңдән ашҡан. Был хаҡта аҙнаның оператив кәңәшмәһендә билдәләнде. Волга буйы федераль округында күрһәткестәр буйынса Башҡортостан өсөнсө урында.
Төбәктә 68 майҙансыҡ эшләй, республика көнөндә тағы 15 муниципалитетта комплексты тапшырыу нөктәләре асыу күҙаллана.
Рәмилә Исмәғилева