Рәмил Иҙиәтуллиндың крәҫтиән-фермер хужалығында тракторҙар һәм агрегаттар ремонтлана, деталдәр алмаштырыла. Яғыулыҡ-майлау материалдары, 500 тонна ашлама килтерелгән. Хужалыҡта кадрҙарға ҡытлыҡ юҡ, баҫыуҙарға 12 берәмек техникала 12 тракторсы һәм водитель сыға. Быйыл ауыл хужалығы культураларын 4500 гектарҙа сәсеү планлаштырыла.
Хужалыҡ техниканы әүҙем яңырта, өс һиптергес һәм ике комбайн һатып алынған. Район буйынса 248 берәмек техника теркәлгән, 260 тонна дизель яғыулығы бар. Былтыр фермерҙар 300 миллион һумға 34, быйыл 20 миллион һумға 6 берәмек техника һатып алынған.