Экспозиция Башҡортостандың Рәсәй президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамында ойошторолған. Илдең төрлө субъекттары оҫталарының ижад емештәре араһында Башҡортостан стенды айырым урын биләй. Бында ҡунаҡтар республиканың бай тарихын, мәҙәниәтен сағылдырған ҡул эштәре менән таныша ала. Күргәҙмә сиктәрендә түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолған. Башҡортостан сәхнә оҫталарының концертын сараның иң сағыу өлөшө тип атарға мөмкин. Күргәҙмәгә килеүселәр алдында башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары Гәлсәр Байғусҡарова, Азалия Ғәйнетдинова, Әлфиә Ниғмәтуллина, Зәйнетдин сығыш яһаны. «Ладья» күргәҙмәһе 8 мартҡа тиклем эшләй.