Белорет районынан Гөлнар Мөсәлимова бүләк эҙләп сауҙа кибеттәрен ҡыҙырмай. Ул туғандарын, дуҫтарын күңел йылыһы һалып эшләгән ҡул эштәре менән һөйөндөрә. Оло Йылға ауылында йәшәгән Гөлнар Сабит ҡыҙы уҡытыусы булып эшләй, шул уҡ ваҡытта күҙ яуын алып торған башҡорт ҡурсаҡтары эшләргә лә, гөлләмәләр яһарға ла ваҡыт таба. Тәжрибәле педагог, өлгөлө әсә һәм ҡул эштәре оҫтаһы менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова осрашты.
Ҡурсаҡ милли кейемдәр кейеп, лампа булып янғансы оҙайлы ғына ваҡыт үтә. Материалдарҙы, биҙәүестәрҙе табырға ла, алырға ла, төҫтәрҙе һайларға ла, фасонын әҙерләргә лә кәрәк. Был шөғөл ижади ҡараш, ювелирҙарса нескәлек, милли үҙенсәлектәрҙе белеүҙе талап итә. Гөлнар Мөсәлимованың бер ҡурсағы ла икенсеһенә оҡшамаған. Һәр береһе ҡабатланмаҫ, сағыу, матур.
Гөлнар Мөсәлимова бала саҡтан ҡул эштәре менән шөғөлләнергә ярата. Тәүҙә милли биҙәүестәр, артабан изолондан гөлләмәләр, иман йорттары эшләй башлай. Әле ул сәскәләр өсөн фамеран материалын да ҡуллана башлаған, был техника ҡатмарлы һанала, уның ҡарауы, оҙаҡ хеҙмәт итә, төҫө лә уңмай, йыуырға ла була, лампа итергә лә мөмкин.
Гөлнар Сабит ҡыҙы ҡул эштәре менән шөғөлләнеүҙән тыш, Оло йылға мәктәбендә балаларға белем бирә, мәғариф учреждениеһының директоры вазифаһын башҡара. Быйыл Мөсәлимовтар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» республика конкурсында еңеү ҙә яулаған.
Р.Кәримова