Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре гүзәл заттарҙы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотланы. Хоҡуҡ һаҡсылары баш ҡаланың төрлө урамдарында рулдәге ҡатын-ҡыҙҙарҙы сәскә гөлләмәләре менән ҡыуандырҙы. Полиция хеҙмәткәре талабы буйынса туҡтаған автоһәүәҫкәрҙәр көтөлмәгән ҡотлауҙарҙы шатланып ҡабул итте. Бынан тыш, ләлә сәскәләре транспортын теркәүсе, водитель таныҡлығын алыусы, йә алмаштырыусы ҡатын-ҡыҙҙарға ла бүләк ителде. Акция шулай уҡ М5 «Урал» федераль трассаһында ла үтте.