Өфө дәүләт нефть техник университетында халыҡ-ара ҡышҡы уйындар уҙғарылды

Тәүге уйындар бынан алты йыл элек Африка, Латин Америкаһы һәм Азиянан килеп баш ҡалала белем алған сит ил студенттары тәҡдиме буйынса үткәрелә. Сәмле, етеҙ, көслө ихтыярлы йәштәрҙе, уҡытыусыларҙы,эш биреүселәрҙе берләштергән дуҫлыҡ сараһынан БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Ҡышҡы уйындарҙа Өфөлә белем алған студенттар, аспиранттар, колледждар һәм мәктәп уҡыусылары, предприятие вәкилдәре лә ҡатнашты. Күпселек сит ил студенттары өсөн бындай турнирҙар бик мауыҡтырғыс. Ангола студенттары ла уйымлы йомшаҡ саңғыларҙа ярышыу өсөн берҙәм команда туллаған. Уларҙың кураторы Мулонде Педру.

Беҙ был ярышҡа еңер өсөн килдек. Алтынсы йыл рәттән ҡышҡы уйындарҙа ҡатнашабыҙ, иҫ киткес ыңғай тәьҫораттар алабыҙ. Рәсәйҙә төрлө миллләт вәкидәре татыу ғаилә булып йәшәй. Беҙ ҙә улар менән танышып, дуҫлашып өлгөрҙөк.

Мулонде Педру, Өфө дәүләт нефть техник университеты аспиранты

Ҡытай студенттары командаһында ла рус телен төплө өйрәнергә һәм еңеүгә итыяры булған егеттәр тулланған. Уларҙы әйҙәүсе Цзян Гуйци Өфө дәүләт нефть техник университеты аспиранты. Егеттәр рус телен беренсе йыл өйрәнеүселәр сафында, йомшаҡ саңғыларҙа ла улар тәүгә ярыша.

Егеттәр рус телен өйрәнә. Ауыр әлбиттә, әммә мин уларҙы рус телен тырышып үҙләштерегеҙ тип дәртләндерәм. Улар телде юғары кимәлдә үҙоәштерһә, бөтәһе лә яҡшы буласаҡ.

Цзян Гуйци, Өфө дәүләт нефть техник университеты аспиранты

Сараны ойоштороусы нефть нефть техник университеты төрлө илдәр студенттары араһында дуҫлыҡты нығытыу һәм ҡышҡы спорт төрҙәрен популярлаштырыу маҡсатын ҡуя. Ярыштар һөҙөмтәһендә буласаҡ юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар потенциаль эш биреүселәр менән танышыу мөмкинлегенә эйә.

Ярыштарҙа өсөнсө тапҡыр ҡатнашабыҙ, еңеү яулар өсөн бик оҙаҡ шөғөлләндек, бындағы дуҫтарса йылы мөхит күңелгә яҡын. Киләсәктә Өфө дәүләт нефть техник университетына уҡырға инергә теләйем.

Дания Бәширова, Өфө ҡалаһының 68-се лицейы уҡыусыһы

Халыҡ-ара марафон-эстафета ярышы ҡыҙғандан -ҡыҙа. Кытай командаһы кәйрәмәндәре ватандаштарын дәртләндерә.Студент командаларына партнер-компаниялар һәм ректорат вәкилдәре ҡушылды. Быйылғы ярышта уңыш Башҡорт дәүләт медицина университетынан берҙәм көс булып туланған Һиндостан командаһына йылмайҙы.

ӨФӨ дәүләт нефть техник университетында 42 илдән 1703 студент белем ала. Халыҡ-ара ҡышҡы уйындар университетта 2021 йылдан алып үткәрелә һәм студенттарҙың, уҡытыусыларҙың, партнерҙарҙың берҙәмлек сараһы булып тора. Быйыл да күптәр тәүге тапҡыр аҡ ҡарҙа үҙҙәрен ҡышҡы спорт төрҙәрендә һынап ҡарап онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар алды.

Гүзәл Борханова