Сәнәғәт һәм сауҙа министры төбәктең бер нисә эре предприятиелары менән яҡындан танышты. Өфө трансформатор заводында республиканың сәнәғәт ҡаҙаныштарына арналған махсус күргәҙмә лә ойошторолдо. Унда импортты алмаштырыу һөҙөмтәһендә йыйылған уникаль өлгөләр сығарылды. Уларҙың ҡайһы берҙәренең донъя кимәлендә аналогы юҡ. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Гөлсөм Рәсүлева Өфө трансформатор заводында дүртенсе йыл. . Быға тиклем Учалы районы почта бүлексәһендә эшләгән замандашыбыҙ бөгөн республиканың ҡеүәтле производствоһында.
Трансформатор заводы һаҡсыл етештереү тәжрибәһен уңышлы тормошҡа ашыра. Производствола яңынан яңы алымдар ҡулланыла. Модернизациялау сиктәрендә йыл аҙағында 750 киловольтҡа еткән трансформартор һәм реакторҙар етештерелә башлаясаҡ. Һаҡсыл производство системаһының һөҙөмтәлелегенә Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Денис Мантуров та иғтибар итте. Завод импорттың 95 процентын алмаштырыуға өлгәшкән.
Башҡортостандың сәнәғәт ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә сығарылған өлгөләр менән республика башлығы Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫарын таныштырҙы. Радий Хәбиров Денис Мантуровҡа импортты алмаштырыуға бәйле башҡарылған төп эштәрҙе барлап, киләсәк маҡсаттар менән уртаҡлашты.
Әйткәндәй, былтырғы йыл һөҙөмтәләренә ярашлы, Башҡортостан кластерҙарҙы үҫтереү милли рейтингы буйынса илдә беренселекте биләне. Республикала бөгөн йәмғеһе 27 кластер булдырылған. Дөйөм алғанда, төбәктә 12 сәнәғәт һәм 19 технология паркын 32 мең эш урыны тәьмин итә. Киләсәктә тағы ла махсус майҙансыҡтар булдырыу күҙаллана. Денис Мантуров Радий Хәбиров менән протокол кәңәшмәһендә Башҡортостанда тармаҡ үҫеше хаҡында фекер алышты.
Башҡортостан сәнәғәте фәнни яҡтан да үҫтерелә. Өфө предприятиеларының юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүе һөҙөмтәһендә кадрҙар мәсьәләһе лә ыңғай хәл ителә. Республика етәкселеге Денис Мантуровҡа эш сәфәре барышында Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә алып барылған уҡыу-уҡытыу процессын күрһәтте. Мәскәү вәкиле махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға әҙерләнгән гуматитар ылау оҙатыуҙа ла ҡатнашты.
Азат Ғәлиуллин